Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында Өфөлә 14 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙы дуаханаға һалыуҙары тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар. Бынан алда урындағы киң мәғлүмәт сараларында гимназия уҡыусыһын дауаханаға оҙатыуҙары хаҡында мәғлүмәт баҫылып сыҡты. Йәнәһе лә 12 мартта химик һаҡлау костюмдары кейгән табиптар яңыраҡ Францияла ял итеп ҡайтҡан уҡыусы ҡыҙҙы дәрестән алып киткән. Ҡыҙ температураға, йүткереүгә һәм башы ауыртыуға зарланған.