«Әгәр һеҙ хәүеф янаған илгә юллама һатып алғанһығыҙ икән, сәйәхәттән тыйылырға кәңәш бирәбеҙ. Турагент менән һөйләшеп, сәйәхәтегеҙҙе икенсе ваҡытҡа йәки илгә күсерә алаһығыҙ, — тип билдәләне Салауат Нафиҡов. — Йәйгә хәл тынысланыр тип көтәбеҙ һәм йәйге турҙарҙы ғәмәлдән сығармаҫҡа тәҡдим итәбеҙ. Әгәр әлеге ваҡытта турҙы күсереү мөмкинлегегеҙ булмаһа, тур өсөн аҡсаны файҙаланмай тоторға була, улар унда тулы күләмдә һаҡлана. Әгәр аҡсаны кире ҡайтарырға теләһәгеҙ, юллама һатып алған турагентлыҡҡа барып, килешеүгә ярашл эш итәһегеҙ».
Ҡыҙыу бәйләнеш эш көндәрендә — иртәнге сәғәт 10-дан киске 8-гә тиклем, ял көндәрендә сәғәт 11-ҙән 6-ға хәтлем эшләй, шул иҫәптән COVID-2019 менән хәлгә бәйле өйҙәренә ҡайта алмаған Башҡортостан граждандары өсөн дә.