Ошоға бәйле, кисә баш ҡалаға Дим биҫтәһе яғынан ингән юлды быуғандар, халыҡ та социаль селтәрҙәрҙә ҙур тығындар, юлдағы атыш тураһында хәбәр иткәйне.
Мәғлүмәт агентлыҡтары хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡҡа таянып түбәндәгене хәбәр итә: баш ҡалала автомобилдә шартлатҡыс алып китеп барған енәйәтселәрҙе тотоу операцияһы үткәрелгән. Уның барышында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә ҡорал ҡулланырға тура килгән, һәләк булғандар һәм йәрәхәтләнгәндәр бар. Урында сапер төркөмө эшләгән, юлды ябып торғандар.
Әлегә республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары рәсми комментарий бирмәгән. Хәл асыҡланыу менән, яңы мәғлүмәтте гәзит уҡыусыларға тәҡдим итербеҙ.