Артабанғы оператив-тикшереү саралары барышында өс бандиттың йәшеренгән урыны билдәле була. Уларҙы Баксанск районындағы Кременчуг-Константиновское ауылдары эргәһендә ҡамауға алалар. Ҡулға алыу ваҡытында енәйәтселәр ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтә, хоҡуҡ һаҡлау органдары яуап ут асып бандиттарҙы юҡҡа сығара.
Ваҡиға урынында автоматик ҡорал, хәрби патрондар менән атыуға үҙгәртеп яһалған травматик пистолет, уларға боеприпастар һәм яһалма бомба табыла.
Граждандар һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре араһында юғалтыуҙар юҡ. Ваҡиға урынында оператив-тикшереү һәм тәфтиш эштәре алып барыла.