Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
27 Март 2020, 18:40

Башҡортостан егете ҡоллоҡҡа эләккән

Нефтекамала йәшәгән егет эш эҙләгәндә Ставропольенан яҡшы эш хаҡы вәғәҙә иткән белдереү күреп ҡала. Помидор плантацияһында эшләргә кәрәк була.

Саҡырған урынға барып еткәс, Марселде гаражға алып китәләр, туҡмап, документтарын тартып алалар. Уның алдына ике юлдың береһен һайларға тигән һорау ҡуялар – йә эшләй, йә үлтерәсәктәр. Шунан һуң уны Дағстанға алып китәләр, айына 15 мең һум түләргә вәғәҙә итеп, теплицаға эшләргә оҙаталар.
Һуңғараҡ Марсель уға бер тин дә түләргә йыйынмауҙарын, ә теләһә ҡайһы хата өсөн дә ғәйепләп, туҡмаясаҡтарын белеп ҡала.
Егет, бәхеткә күрә, ҡоллоҡтан ҡасып ҡотола, трассаға барып еткәс тә полициға хәбәр итә. Силовиктарҙың операцияһынан һуң йәш кешегә паспортын ҡайтарып бирәләр һәм тыуған яғына оҙаталар.
Был турала Proural.info хәбәр итә.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: