Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ваҡиға бөгөн көндөҙ Өфөнөң Ферин урамында булған. Ҡатын реклама щиты эргәһенән үтеп китеп барған булған, шул ваҡытта конструкция өҫтөнә килеп төшә. Әбей көслө йәрәхәттәр алған, һөҙөмтәлә тиҙ ярҙам килеп еткәнсәгә тиклем үлеп ҡалған.
Өлкән кешенең өҫтөнә щит ҡолап үлем осрағына бәйле тикшереү башланды. Тәфтишселәр әлеге мәлдә хәл-ваҡиғалар ағышын тергеҙә, ваҡиға урынын ҡарай, шаһит булыусыларҙан һорау ала. Суд-медицина экспертизаһы буласаҡ. Конструкцияның дөрөҫ ҡуйылыу- ҡуйылмауы тикшерелә, шулай уҡ рекламаны ҡороу һәм уны ремонтлап тороусы яуаплы кешеләргә юридик баһа биреләсәк, - тине Башҡортостан буйынса Рәсәйҙең тәфтиш комитеты идараһы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы Евгений Каневский. Шул уҡ ваҡытта, граждандарҙы яҡлау идараһы мәғлүмәттәре буйынса, 7 апрель көндө секундына 20 метр тиҙелегендәге көслө ел булыуы тураһында хәбәр ителгән булған.