Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылдың сентябрь һәм октябрь айҙарында Плитко бандиттар төркөмөн булдырған. Төркөмгә үҙенең ышаныслы кешеләрен йәлеп иткән, етәксе шулай уҡ уларҙы министерство һәм ведомстволарҙа эш урындары менән тәьмин иткән. Был төркөм эшҡыуарҙарҙы ҡурҡытып ришәүәт алған, дөйөм сумма 3,4 миллон һум тәшкил итә, тип хәбәр ителә.