Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
24 Апрель 2020, 00:59

УТ ЭСЕНДӘ ӨЛӘСӘЛӘРЕ ҺӘМ ДҮРТ БАЛАЛЫ ХУЖАБИКӘ ҠАЛА ЯҘҒАН

Бөгөн Бөрө ҡалаһында 11:22 сәғәттә шәхси өйҙәрҙең береһендә янғын башлана. Был турала Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төп идараһына хәбәр килә. Янғын Аҡ-Иҙел урамдарындағы шәхси йортта башланған булған. Өйҙә дүрт балалы ҡатын һәм өләсәләре булған. Хужабикә янғын иҫкәртеүсе прибор эшләй башлағанын ишетеп ҡалып барыһын да ҡотҡарып ҡала алған.

Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә йортты һәм уның соланын ут ялмап алған булған. Шулай ҙа йорт эсендә булыусы өс йәштән башлап ун дүрт йәшкә тиклемге дүрт бала һәм 1950 йылғы әбей һәм хужабика тәҙрә аша тышҡа сығып өлгөргән. Әгәр ҙә бер аҙ өйҙән сыҡмай һуңлап киткән булһалар хәл ҡурҡыныс тамамланыуы мөмкин булған.
Янғынды иҫкәртеүсе ҡораллама йортта ике йылдан ашыу ваҡыт ҡуйылған булған, хужалар тик уның батареяларын ғына ваҡытында алмаштырып ҡарап торған булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул да кәрәк булып сыҡҡан. Тауыш биреүсе прибор ҡиммәт тормай, шулай ҙа ул ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡала ала. Быны атай кеше әйткән «Йортто яңынан төҙөрбөҙ, иң мөһиме үҙегеҙ иҫән» тигән һүҙҙәр дәлилләй ҙә инде.
Читайте нас