Ашҡаҙар
+18 °С
Облачно
Хәл-ваҡиғалар
18 Мая 2020, 15:30

3 миллион һум талап иткән

Өфөлә төбәк Хөкүмәтенең элекке чиновнигы суд алдында яуап бирә. 39 йәшлек Илнур Әбсәләмов ҙур суммала ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.

Иҡтисади үҫеш департаментының элекке директоры әле үткән йылдың декабрь айында уҡ ҡулға алынғайны. Енәйәт эше буйынса, ул бер коммерция ойошмаһынан дәүләт контракты буйынса түләүҙәрҙе тиҙләтәм һәм ойошмаға артабан да булышлыҡ итәм тип, 3 миллион һум аҡса һорай. Дәүләт именлеге хеҙмәте уны аҡса алып торған мәлдә ҡулға ала. Бигерәк тә шуныһы ҡыҙыҡ: элекке чиновник компанияға ысынында бер нисек тә ярҙам итә алмаған, сөнки уның быға вәкләттәре лә булмаған.
Еңел булмаған табыш артынан ҡыуыусылар, үкенескә ҡаршы, һирәк түгел, ярай әле, ҡомһоҙҙарҙы тейешле хеҙмәт ваҡытында туҡтатып ҡала, ҡулға алып булһа ла.

Р.ӘРМЕТОВ.
Читайте нас