Баш ҡаланың Смоленск майҙанында Ефремовтың “джип”ы юлдың ҡаршы һыҙатына сыҡҡан һәм ҙур булмаған “Лада” фургонын бәрҙергән. Ватан автомобилендә ултырған 58 йәшлек курьер Сергей Захаров бик ауыр йәрәхәттәр ала: уның тәне күп урындан һына, ирҙе эске ағзаларына ҡан һауыу һәм баш йәрәхәте менән Склифосовский исемендәге дауаханаға алып китәләр.
Михаил Ефремов үҙе әллә ни йәрәхәт алмай. Уны медицина тикшереүе өсөн генә дауаханаға алып баралар. Шаһиттар белдереүенсә һәм авария урынынан һалынған видеояҙмалар буйынса, уның шыр иҫерек булыуы күренә. Артист нимә булғанын аңлатып маташа, тик теле көрмәлә.
Бөгөн иртән билдәле булыуынса, аварияла йәрәхәтләнгән ир вафат була. Табиптар уның ғүмере өсөн бар көсөн һалып тырышһа ла, йәрәхәттәре бик ауыр була шул.
Әле артисҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәүҙә уға ете йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янаһа, кеше үлгәс, хәҙер срок 12 йылға тиклем артыуы ихтимал.
Шуныһы, был Михаил Ефремовты иҫерек килеш күргән тәүге осраҡ түгел был. Мартта уны Санкт-Петербургта иҫерек булғаны өсөн самолетҡа ултыртмайҙар. Ә 2018 йылда Һамарҙа гастролдәрҙә актер сәхнәгә иҫерек килеш сыға һәм зал менән әрләшә, һүгенә башлай.
“Маsh” телеграм-каналы белдереүенсә, 2018 йылдан алып юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн Ефремовтың 81 мең һумлыҡ 29 штрафы булған. Уларҙың күпселеге түләнмәгән туҡталҡа өсөн. Актерға ҡарата алты административ эш ҡуҙғатылған, тик уны бер тапҡыр ҙа ҡулға алмағандар, ә тик штрафтар ғына билдәләгәндәр.