Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
9 Июнь 2020, 13:54
МИХАИЛ ЕФРЕМОВ ИҪЕРЕК КИЛЕШ АВАРИЯ ОЙОШТОРҒАН
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Михаил Ефремовҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, ул иҫерек килеш руль артына ултырып авария ойошторған. Уға өс йылдан башлап ете йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү язаһы янай.«Әлеге мәлдә сит ил машинаһы водителенә РФ ЕК 264 статьяһының икенсе өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған», - тип хәбәр ителә РФ эске эштәр буйынса Баш идараһының матбуғат хеҙмәтендә.
Быға тиклем актер Ефремовтың үҙ машинаһында Смоленск майҙаны буйлап китеп барып, ҡаршы һыҙатта икенсе еңел автомобиль менән бәрелеүе тураһында билдәле булғайны.
Ефремовты полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынында уҡ ҡулға алған, медицина тикшереүе һөҙөмтәһендә артистың ҡанында алкоголь булыуы асыҡланған.Аварияла зыян күреүсе икенсе водителде төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәттәре менән дауаханаға алып киткәндәр. Һуңғы мәғлүмәтргә ярашлы, ул дауаханала һәләк булған.
Фото авторы: Dmitry Rozhkov - собственная работа, CC BY-SA 3.0,
https://commons.wikimedia.org/w/index.php?curid=19618634
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"