Автомобиль менән идара иткән ирҙең иҫерек булыуы асыҡланған, медицина тикшереүенән һуң уның ҡанында 0,838 мг/л спирт тәшкил итеүе билдәләнгән.
«Юл буйлап китеп бара инем, бакалейкаға инеп сыҡтым. Шарап һатым алдым һәм баҡсаға киттем. Дөрөҫөн әйтәм. Руль артында иҫерек инем. Бындай хәл килеп сығыуына үкенәм», тип ваҡиға тураһында аңлата ҡулға алынған водитель.
Ваҡиға буйынса тикшереү башланды, тип хәбәр итә БР ЮХХДИ идараһының матбуғат хеҙмәте.
Фото: https://vk.com/str_za_rulem?w=wall-53272196_588760%2Fall