Ашҡаҙар
+18 °С
Дождь
Хәл-ваҡиғалар
9 Июля 2020, 11:50

Кешеләрҙе ҡотҡарғандары өсөн рәхмәт

Өфөлә 18 кешене янғындан ҡотҡарғандар, шуларҙың 6-һы – балалар.

Степан Злобин урамының бишенсе ҡатында янғын сығып китә. Баҫҡыстар араһындағы майҙансыҡта ағас әрйә янып китә, ут тиҙ арала фатир ишектәрен ялмап ала. Йортта йәшәүселәр фатирҙарынан сығып өлгөрә алмай, ялҡын эсендәге ҡамауҙа ҡала.
Утты һүндерергә һәм кешеләрҙе ялҡын ҡамауынан сығарырға тип 40-ҡа яҡын янғын һүндереүсе ут һүндереү техникаһы менән килә. Рәсәй МЧС-ы хеҙмәткәрҙәре 18 кешене уттан ҡотҡара, шуларҙың 6-һы – балалар. Араларында йәш ярымлыҡ һәм өс айлыҡ ҡына сабыйҙар бар.
Янғын һүндереүселәр бер фатирҙан ҡарт әбей менән бабайҙы алып сыға. Ашығыс ярҙам хеҙмәте зыян күреүселәрҙе дауаханаға алып китә. Бәхеткә ҡаршы был янғында һәләк булыусылар юҡ. Кеше ғүмерен ҡотҡарыусыларға рәхмәт.
Р.ЗАМАНОВА.

Читайте нас