Мотодельтаплан пассажиры урында һәләк булған, ә пилот дауаханаға оҙатылған, әле ул реанимация бүлексәһендә ята.
«Авария урынында пилоттың документтары араһында пилот таныҡлығы табылмаған. Башҡортостан һауа хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенә Стәрлебаш районында әлеге суднола осорға йыйыныуҙары хаҡында хәбәр ителмәгән», — тип белдерҙеләр Волга буйы транспорт прокуратураһында.
Ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм, Стәрлетамаҡ район-ара бүлек тәфтишсеһе, Стәрлетамаҡ транспорт прокуроры вазифаһын башҡарыусы килгән.
Хәҙер Стәрлетамаҡ транспорт прокуратураһы һауа киңлеген законлы файҙаланыуҙы һәм осоштарҙың хәүефһеҙлеге тураһында федераль ҡануниәтте үтәүҙе тикшерә. Бынан тыш, прокуратура ошо факт буйынса тәфтиш алды тикшереүе барышын контролгә алған.