Ашҡаҙар
+22 °С
Облачно
Хәл-ваҡиғалар
22 Июля 2020, 12:35

Балаларҙы бергәләп кенә яҡлап ҡала алабыҙ

Көн һайын тиерлек йылға һәм һыу сығанаҡтарында балаларҙы юғалтабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,быйылғы йыл башынан республика һыу сығанаҡтарында 5 йәштән 17 йәшкә тиклем 17 бала һәләк булды. Фажиғә осраҡтары Архангель, Ауырғазы, Бөрө, Борай, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Нуриман, Шишмә һәм Шаран райондарында, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында теркәлгән.

Ағиҙел йылғаһында 6 бала батып үлгән. Шулай уҡ Ашҡаҙар, Ҙур Әрмет, Дим, Зилим, Мәләкәс һәм Һалдыбаш йылғаларында, республика һыуһаҡлағыстары, күл һәм быуаларында үлем осраҡтары теркәлгән.
Балалар менән бәйле фажиғәләрҙең 40% ата-әсәләрҙең һыу төшөүсе бәләкәстәрҙе ҡарап еткермәүе менән аңлатыла. 60% осраҡта балалар үҙаллы йылға буйына барған.
Ололар күп булғанда ла, һәр береһе бер үк ваҡытта балаларҙы күҙәтә кеүек. Ысынында һәр кем башҡаларға һылтана. Шуға күрә һыу сығанаҡтарында балиғ булмағандар менән ял иткәндә ололарҙың береһе яуаплы булырға тейеш.
Балалар һыуға батҡанда ҡысҡырмай һәм сәбәләнмәй, улар 30 секунд эсендә һыу төбөнә китә. Ял урынын һайлағанда тәрән һәм тиҙ ағымлы йылға буйҙарында туҡтамағыҙ. Бик киң булмаған йылға ла үҙендә хәүеф һаҡлай.
Балаларға өрөп тултырмалы матрац һәм түңәрәктәрҙә алыҫ араға йөҙөргә рөхсәт итмәгеҙ. Уларҙы яңғыҙ һыу объекттарына ебәрмәгеҙ. Иң мәһиме—балаларҙы йөҙөргә өйрәтегеҙ.
Сит балалар булмай. Бергәләп кенә уларҙы һыу менән бәйле фажиғәләрҙән һаҡлай алабыҙ.
Фәрит Ғүмәров,
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт комитеты рәйесе.
Читайте нас