«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң ҡурҡыныс фараз раҫланды: бала һыуға батҡан. Уның кәүҙәһен 24 июлдә йылғаның икенсе яғына сығып барған көтөүсе тапҡан», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.