Балалар тәҙрәнән, спорт ҡоролмаларынан йығылып төшкән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, үлеүселәр юҡ. Ведомство башлығы ата-әсәләрҙе иғтибарлы булырға саҡырҙы.
Балалар тышты күҙәтеү өсөн тәҙрәгә яҡын килә, һөҙөмтәлә ундағы махсус селтәр генә уларҙың кәүҙәһен тотоп ҡала алмауы мөмкин, артабан күңелһеҙ хәлдең булыуын көт тә тор. Шуға күрә бәләкәй балаларҙы бүлмәлә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.
Бәләкәстәргә күҙ-ҡолаҡ булыу хаҡында онотмаһаҡ ине!