Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Хәл-ваҡиғалар
9 Декабрь 2020, 09:15

Быуат буйы утһыҙ йәшәгәндәр

Кешеләре 21 быуатта ла шәм яндырып көн күргән Белорет районындағы был ауылға журналистар йыш килгән булған.

Ниһәйәт 14 кеше йәшәгән Кулмас ауылына ла күптән түгел электр үткәргәндәр. Был хаҡта район башлығы Андрей Иванюта хәбәр итә. «Ауылдың үҫеренә ышанам» тигән ул. Кулмас ауылы Өфө-Белорет трассаһы эргәһендә урынлашҡан. Әйткәндәй, киләһе йыл ул үҙенең йөҙ йыллыҡ юбилейын үткәрәсәк. Быуат буйы бында электр ҙа, элемтә лә булмаған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан оло юл сатында булғас ике кафе эшләгән. «Утһыҙ нисек эшләгәндәр һуң? тигән һорау тыуа, генератор ҡулланып, ә бына яғыулыҡ өсөн бихисап аҡса сарыф иткәндәр. Шуға ла бындағы халыҡ бар эштәрен эңер төшкәнсе үк тамамлағандыр, күрәһең!
Читайте нас