Малатья төрөк ҡалаһында бер сирле егет Мерседес тип уйлап, таяҡта йөрөй. Ул машиналар йөрөгән юлға ла сыға, машинаһын профилакторийға ла алып бара икән. Иң мөһиме уны берәү ҙә ҡыйырһытмай, киреһенсә, барыһы ла уның күңелен күрергә тырыша. полицейскийҙар шаяртып уға штраф һала, профилакторийҙа «машинаһын» бер нисә көнгә алып ҡалалар, водителдәр уны әрләмәйҙәр, тиң күрәләр. Бындай мөнәсәбәттән хатта күҙҙәргә йәш тығыла. Сөнки беҙҙең илдә бындай үҙенсәлекле кешеләргә ҡарата башҡа мөнәсәбәт йыш осрай. Ундайҙарҙан көлөргә, уларҙы мәсхәрәләргә яраталар. Кеше хәлен кеше белмәй үҙ башына төшмәһә… Беҙгә был йәһәттән өйрәнергә лә өйрәнергә ҡала.