Ваҡиға урынына тиҙ арала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының юғары рангтағы көстәре йүнәлтелә. Ҡотҡарыусылар килгәндә айырым урынлашҡан кирбес бинаның дүртенсе ҡатында асыҡ янғын күҙәтелә. Объекттың персоналы тарафынан 150 кеше эвакуациялана.
Янғынды һүндереүгә 15 берәмек техника һәм шәхси составтан 61 кеше йәлеп ителә.
08:25 сәғәттә 80 квадрат майҙанды ялмаған ут ауыҙлыҡлана.
Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, зыян күреүселәр юҡ. Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Виталий Барзайкин килгән. Янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын лабораторияһы эксперттары һәм тәүтикшереүселәр эш башлаған.