Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
1 Ғинуар 2021, 02:00

МАШИНА ЭСЕНДӘ ИКЕ КЕШЕ ЯНЫП ҺӘЛӘК БУЛҒАН

Ейәнсура районында янып бөткән машина эсендә ике кешенең мәйетен тапҡандар.

Ваҡиға сәйет ауылы эргәһендә булған, янып бөткән машина эсендә ике кеше кәүҙәләрен тапҡандар. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, янып үлеүселәрҙең икеһе лә ир кеше булған. Әлеге мәлдә уларҙы экспертизаға йүнәлткәндәр. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ваҡиғаны тикшерә башлаған.
Шуныһы ғына аптырата, янған техника төтөнө, еҫе ҙур аранана да күренеп, һиҙелеп тора. Ни өсөн ут сыҡҡаенфажиғаны бер кем дә күрепмәне икән?
Читайте нас