Билдәле булыуынса, Артур Садыҡов 18 декабрь көнө Ишембай ҡалаһында иптәштәре менән ҡуртымға алған фатирҙан сыҡҡандан һуң, ғаиләһе һәм дуҫтары менән бәйләнешкә сыҡмай. Документтарын һәм телефонын өйҙә ҡалдырған. Егет юғалыу менән полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләй башлай, күҙәтеү камераһындағы видеояҙмалар алына. Һуңғы тапҡыр уны Стәрлетамаҡтан Красноусольскийға барған автобуста күргәндәр.
Артурҙың туғандары һәм ирекмәндәр һуңғы көнгә тиклем уның тере булыуына өмөтләнеп эҙләне, үкенескә ҡаршы, өмөттәр аҡланманы шул.
Артур Садыҡовтың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға сабырлыҡ һәм ныҡлыҡ теләйбеҙ.