Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Хәл-ваҡиғалар
15 Ғинуар 2021, 11:53

Янғын оло йәштәге ирҙең ғүмерен ҡыйҙы

Әбйәлил районы Целинный ауылында сыҡҡан янғын оло йәштәге ирҙең ғүмерен өҙҙө.

Ағас йорт 15 ғинуарға ҡарай төндә янып киткән. Тәүҙә фажиғә урынына ирекмәндәрҙең янғын бригадалары юлланған, һуңыраҡ республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы профессионалдары ярҙамға килгән.
Ут менән көрәшеүселәр янғынды һүндергәс, урында 83 йәшлек ҡарттың һәләк булыуы асыҡланған. Дознаватель һәм тәфтишселәр янғын сәбәбен асыҡлай.
Башинформ.
Читайте нас