«Уттан бер фатирҙың стенаһы зыян күргән, янғынды һүндергән ваҡытта 1951 йылғы ҡатындың мәйете табылған», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Янғын сығыуҙың яҡынса сәбәбе – көнкүреш электр приборҙарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе янғын сәбәбен асыҡлай. Ведомствола белдереүҙәренсә, республикала йыл башынан 333 янғын сыҡҡан, 19 кешенең ғүмере өҙөлгән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы