Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетытының янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте үҙәге хәбәр итеүенсә, йыл башынан 441 янғын сығыу осрағы теркәлгән. Янғын ваҡытында 26 кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 16 кеше йәрәхәтләнгән.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
- өйҙә тәмәке тартмағыҙ;
- бәләкәс балаларығыҙҙың үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырмағыҙ, шырпы, зажигалкаларҙы күренгән урынға һалмағыҙ;
- мейесте яғылған, электр приборҙарын розеткаға тығылған көйө ҡалдырып китмәгеҙ;
- етешһеҙлектәре булған электр сымдары, һүндергес, розеткалар менән ҡулланмағыҙ, ремонтлағыҙ, мейестәрҙе лә ваҡытында тикшереп тороғоҙ.
Граждандарҙы яҡлау идаралығы мәғлүмәттәре буйынса алынды.