Юлдарҙағы киҫелештәрҙә ҡағиҙәләрҙе боҙоу арҡаһында 2; юл йөрөгәндә таҫыллыҡтың булмауы - 2; йәйәү китеп барған кешенең юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу - 1; интервалды һәм дистанцияны һаҡламау - 2; тиҙлек режимын һаҡламау - 1; ҡаршы хәрәкәт итеү һыҙатына сығыу арҡаһында 1 юл-транспорт ваҡиғаһы булған.
Коммунистик урамында BMW водителе тыйылған (ярамаған) урында юл аша сығып барған йәйәүлене тапатҡан. Һөҙөмтәлә зыян күргән кеше йәрәхәттәр алып дауаханаға оҙатылған.
Шулай уҡ авария комиссарҙары 17-се һанлы пассажир автобусы ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында хәбәр итте. 2 февралдә иртән ВАЗ-2114 автомобиле водителе Химиктар урамынан Социалистик урамына ҡарай сығып барғанда «туҡталышһыҙ хәрәкәт тыйыла» тигән юл тамғаһы талаптарын үтәмәгән һәм автобус менән бәрелешкән. Автобус салонында 30-ҙан ашыу кеше булған. Ярай әле зыян күреүселәр юҡ.