Уны тыуған көнө айҡанлы ил башлығы Владимир Путин ҡотланы. Телеграмма Кремелдең сайтында бирелгән.
Наина Иосифовна Ельцина (Гирина) 1932 йылда Ырымбур өлкәһендә тыуған. Свердловскиҙағы Киров исемендәге Урал политехник институтын инженер-төҙөүсе һөнәре буйынса тамамлай. Шунда Борис Ельцин менән таныша һәм 1956 йылда уға кейәүгә сыға.
Елена (1957) һәм Татьяна (1960) ҡыҙҙары, 6 ейән-ейәнсәре, 3 бүлә-бүләсәре бар.