Тик енәйәтсел ниәтен үҫмер ахырына тиклем эшләй алмай ҡала, сөнки уның хоҡуҡҡа ҡаршы ғәмәлдәрен оператив-тикшереү саралары барышында Пенза өлкәһе буйынса Федераль именлек хеҙмәте һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре туҡтата.
9-сы класс уҡыусыһының йортон ҡарағанда мылтыҡ һәм дары тартып алына. Егеткә ҡарата террористик акт ҡылырға әҙерләнеү тураһында енәйәт эше ҡуҙғатыла. Тәфтишселәр үҫмерҙе ҡулға алыуҙы юллап судҡа мөрәжәғәт итә. Суд иһә үҫмергә ҡарата өйҙә ултырырға тигән ҡарар сығара.
Суд булыр ҙа ул... Әммә ниндәй генә ҡарар сығарылмаһын, үҫмер егет үҙенең ғүмерен ғүмерлеккә бысратты шул!