Хоҡуҡ боҙоуҙарҙың иң таралғандарының береһе - йоҡо урынында ятҡан килеш тәмәке тартыу. Әммә шундай осраҡтар ҙа була, кешеләр, тәмәке тартҡанда шырпыны һәм тәмәке төпсөгөн ҡайҙа етте шунда ырғыта, уларҙың төрлө әйберҙәргә, ут эләккәс тә тиҙ тоҡанып китеүсән материалдар йәнәшәһенә ҡуялар, тыйылған урындарҙа тәмәке көйрәтәләр. Иҫерек эсемлектәр эскән кешенең аңы томалана, янғын сыҡҡан ваҡытта уның төтөн еҫен һиҙмәйсә йоҡлап ятыуы ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе мөмкин.
Кесе йәштәге тәмәке тартыусылар аулаҡ урындарҙы һайлай, көтмәгәндә өлкәндәр килеп сыҡҡан осраҡта улар үҙҙәренең ярамаған ғәмәлдәрен күрһәтмәҫкә тырышып, һүндерелмәгән тәмәкене ташлай һәм бының менән янғын сығыу хәүефен тағы ла нығыраҡ арттыра.
Шулай итеп, тәмәке тартыу зыянлы ғына түгел, шулай уҡ ваҡытынан алда вафат булыу сәбәптәренең береһе лә.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ! Ут менән һаҡ булығыҙ. Электр приборҙарын файҙаланыу, газ һәм мейес менән йылытыу ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, балаларҙы ҡарауһыҙ һәм иҫерек кешене өйҙә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!
Өйҙә, йоҡо урынында тәмәке көйрәтеүҙең ниндәй аяныс хәлдәргә килтереүен башҡаларға ла аңлатығыҙ!
Ғәҙәттән тыш хәл булғанда 01, кеҫә телефонынан 101, 112 номерҙары буйынса шылтыратығыҙ.