Тәфтишселәр фаразынса, 12 февралдә улар табын ҡорған, ләкин эсеп алғас, араларында низағ сыҡҡан. Ҡатын әйтеүенсә, быға ирҙең көнләшеүе сәбәпсе булған.
«Ҡатын ағас уҡлау менән уның башына бер нисә тапҡыр һуҡҡан, ир алған йәрәхәттәренән урында үлгән. Ике көндән һуң ҡатын әхирәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән, уныһы мәйетте ташландыҡ ҡоҙоҡҡа йәшерергә кәңәш биргән», — тип белдерҙеләр республика Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Әхирәттәр мәйетте тәғәйенләнгән урынға сана менән алып килгән. Тәфтишселәр ҡатынды һаҡ аҫтына алыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Рәсәйҙең Тәфтиш комитетында «Үлтереү» статьяһы буйынса эшкә бәйле материал йыялар һәм ғәйепләнеүсенең әхирәтен енәйәтте йәшергәне өсөн яуапҡа тарттырырға йыйыналар. Вәхшилектең юҡтыр сиктәре...
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы