Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Хәл-ваҡиғалар
23 Март 2021, 10:30

Мин әсәйҙәрҙе ғәйепләйем…

Күптән булды был хәл. Тыуған көнөмә яҡшы таныштарым йәш ярымлыҡ балалары менән килде. Ул саҡта мин бер бүлмәле балконһыҙ фатирҙа йәшәй инем әле.

Улар улдарын тәҙрәгә атландырҙылар. Дүртенсе ҡатта йәшәгәнгә тәҙрәләр ябыҡ булһа ла, мәжлесте тыныс ҡына алып бара алманым, минут һайын тиерлек балағыҙҙы ҡарағыҙ, - тип иҫкәрмә яһаным. Сөнки бәләкәй балаларҙы күҙҙән ысҡындырыу көтөлмәгән фажиғәғә килтереүе ихтимал. Ә уларҙы өйҙә яңғыҙҙарын ҡалдырыу аҡылға һыймаҫлыҡ хәл, минеңсә. Өфөнөң Энтузиастар урамындағы йорттоң 12-се ҡатынан 5 йәшлек малай ҡолап төшкән. Был хаҡта баш ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ваҡиға киске сәғәт 11-ҙә теркәлгән. Урынға шунда уҡ ашығыс ярҙам хеҙмәте килеп етә.
2015 йылғы малай тере, уны дауаханаға оҙаталар. Табиптар уның хәлен ауыр, әммә тотороҡло тип баһалай. Балаға өс операция эшләнгән.
Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса , киске сәғәттәр булыуға ҡарамаҫтан, 5 йәшлек баланың өйҙә яңғыҙы ултырыуы билдәле. Нисек кенә ауыр булмаһын, әсәйҙәр бәләкәй балаларын йә үҙҙәре менән бергә алып йөрөтөргә йәки эргәләрендә өлкән кеше ҡалдырырға тейеш, - тип иҫәпләйем. Күрәсәк булмаһын, әлбиттә…
Читайте нас