Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Хәл-ваҡиғалар
29 Марта 2021, 06:10

Уйынсыҡ йотоуға тиклем барып еткәндәр

Стәрлетамаҡта магнитлы конструктор өлөштәрен йотоусы балалар йышайған.

Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәр битендә Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһының баш табибы Борис Шәрипов хәбәр итә.
Ошо көндәрҙә генә магнит конструкторҙың 44 өлөшөн йотҡан баланы тиҙ ярҙам саҡыртып килтерәләр. Баланы ҡотҡарыу өсөн ҡатмарлы операция үткәрергә тура килә. Әлеге ваҡытта бала балалар хирургияһы бүлегендә дауалана. Уға оҙаҡ терелергә тура киләсәк, тип яҙа табип. Медиктар өлкәндәрҙе балаларына ҡарата иғтибарлыраҡ булырға һәм уйынсыҡтарҙы йәштәренә ҡарап һайларға тәҡдим итә.
Читайте нас