Башҡортостан эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә ҡатын интернет аша ир кеше менән таныша. Билдәһеҙ кеше үҙен сит илдә йәшәйем тип күрһәтә. Виртуаль аралашыу нығынып китә һәм ҡатын был бәйләнешкә күнегә. Ир иһә көн һайын матур һүҙҙәр, комплименттар яуҙырыуын дауам итә. Бер мәл улар осрашыу тураһында һөйләшә башлай. Тик ир кеше юлға аҡса туплауы һәм әлегә был сумма килеп етер өсөн әҙ булыуына зарлана. Оло ҡатын оҙаҡ көтөргә риза булмай һәм билдәһеҙ кешегә 500 мең һум күсерә. Аҡса күсеү менән виртуаль ир юҡҡа сыға.