Күрше фатирҙағы ир ҡатынға һәм уның 2016, 2019 йылғы малайҙарына сығырға ярҙам иткән. Улар Бөрө үҙәк район дауаханаһына оҙатылған. Табиптар әйтеүенсә, балаларҙың хәле ауыр.
Янғынды һүндереүгә 29 кеше һәм 11 берәмек техника, шул иҫәптән Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 14 кеше һәм биш берәмек техника йәлеп ителгән.
Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе янғын сәбәптәрен асыҡлай, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.