Медальон вкладышы буйынса шәхесте асыҡларға мөмкин булған. Ул Стәрлетамаҡ районының Ҡырмыҫҡалы ауылында 1912 йылда тыуған Степан Петрович Васильев икән.Ул фронтка Левашовка ауыл советынан саҡырылған булған.1947 йылда уны эҙләп Стәрлетамаҡ хәрби комиссариатына уның бер туғаны Васильев Т.П. мөрәжәғәт иткән. "Әйҙәгеҙ яугирҙың туғандарын бергәләп эҙләйек", - тип мөрәжәғәт итә тарихсы Марат Тикеев.