Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Хәл-ваҡиғалар
23 Апрель 2021, 05:45

ҮЛЕМЕН ГАРАЖДАР АРАҺЫНДА ТАПҠАН

Быйылғы яҙ йәй һымаҡ ҡапыл килеп инде. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәйенсә еңел кейемдә бер-нисә көн йөрөп ҡалдыҡ, күптәрҙең күңелдәре иләҫ-миләҫ булып киткән осор булды был. Ә күптән түгел “Стәрлетамаҡ ҡалаһында шәхси гараждар араһында йәш ҡатындың үле кәүҙәһе табылған” тигән хәбәр шаңҡытты...

Тикшереү барышында енәйәтсе ҡулға алынған. 34 йәшлек ошо ҡалала йәшәүсе ир үҙенең ғәйебен тулыһынса таныуын белдергән.
Тәфтишселәр фекеренсә, ир ҡорбаны менән осраҡлы таныша һәм улар гараждар араһында машинала эскелек ойоштора. Ҡайһылыр мәл үҙ-ара ыҙғыш ҡуба. Ир ҡатындың битенә бер нисә тапҡыр һуға һәм машинанан сығарып ташлай. Эскән ҡатын һыуыҡ ерҙә ятып йән бирә. Кәүҙәһен гараж хужалары таба.
Осраҡлы танышыуҙы аңларға ла була. Ҡалала ҡатындары үлгән ирҙәр йәки йәшләй генә тол ҡалған ҡатындар, статистика ла кәрәкмәй, күп шул. Әммә бер бирелгән ғүмерҙә кеше үҙенең яртыһын эҙләй, таба, ҡауыша. Парлы йәшәргә ынтыла. Ләкин ят машинаға, белмәгән кеше эргәһенә ултырып, гараждар араһында эсергә ризалашҡан ҡатынды ғәйепләп буламы? Үлеменә табан үҙе барғанмы ул?
Бындай хәл-ваҡиғаларҙы ишеткәндә төрлө уйҙар килә башҡа. Ир уның ышанысын бер күреүҙә үк яулағанмы? Ҡатын кеше тормошҡа битараф булғанмы? Әллә уның өсөн хәмер эсеү һәм бар донъяһын онотоу беренсе урында торғанмы? Торғоҙоп һорап булмай инде хәҙер…Ә мал йәнле ирҙәргә бер күреүҙән ышаныу һәм ғашиҡ булыу – үткән быуаттан ҡалған миф бит ул! Аҡыл һатыу еңелерәк, әлбиттә. Ә бына осраҡлы танышыуҙың аҙағы ҡатын өсөн үлем менән тамамланһа, ир өсөн – тимер рәшәткәләр артындағы билдәһеҙлек нисә йылға һуҙылырын әйтеүе ҡыйын…
Читайте нас