Эльза Вильданова ире менән айырылышырға хәл иткәндән һуң улын күргәне юҡ, хәҙер улы Левты кире ҡайтарыу өсөн барыһын да эшләй. Ул балаһының ире Дмитрий Кулинчикта икәнен генә белә.
Суд малай әсәһе менән йәшәргә тейеш тигән ҡарар сығарған. Ләкин ҡатынға улын кире бирмәгәндәр, әлеге ваҡытта Эльзаға ла, суд приставтарына ла ирҙең ҡайҙалығы билдәһеҙ.
"Бына өс ай инде улымды күргәнем юҡ ", – ти Эльза. "Мин дә, суд приставтары ла уның ҡайҙа икәнен, ниндәй шарттарҙа йәшәүен белмәйбеҙ. Әгәр кемдәргә иремдең һәм улымдың ҡайҙалығы билдәле булһа, 8-917-414-06-85 телефоны буйынса миңә хәбәр итегеҙ. Бер йәшлек баланы әсәһенән айырыу - кешелекһеҙлек!".
Приставтар теркәү органдарына һәм кредит ойошмаларына һорау ебәргән. Бурыслы илдән ситкә сығыу хоҡуғынан сикләнгән.
Сығанаҡ: "Красное Знамя" гәзите