Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Хәл-ваҡиғалар
20 Май 2021, 06:35

Ишембайҙа Росгвардия хеҙмәткәре аҙашҡан ҡатынды ҡотҡарған

Артем Лупан отпускыһында Ишембай районында урынлашҡан Торатауға артылмаҡсы булған.

Маршрут буйлап барғанда уларға ҡотҡарыу хеҙмәтенән мөрәжәғәт иткәндәр. Баҡтиһәң, туристарҙың береһе һуҡмаҡтан тайпылған һәм аҙашҡан.

Артём тиҙ генә ҡайҙан эҙләргә кәрәклеген билдәләгән һәм дуҫы менән эҫелә юғалған туристы эҙләй башлаған.

Уны текә тау үрендә тапҡандар. Ҡатын ныҡ ҡурҡҡан, хәлһеҙләнгән, ҡояшҡа янған. Уға һыу эсергәндәр, тынысландырғандар һәм «тоҙаҡ»тан сығырға ярҙам иткәндәр, шунан ҡотҡарыусыларға тапшырғандар.

Артем кеүек кешеләр күберәк булһын ине! Батырлыҡҡа һәр саҡ урын бар.
Читайте нас