Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Хәл-ваҡиғалар
21 Май 2021, 05:20
Ярай ҙа аҙағы яҡшы бөткән
Башҡортостанда 15 йәшлек ҡыҙҙы эҙләү тамамланды
Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған 15 йәшлек ҡыҙ табылды. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан уҡыусы ҡыҙ иҫән-һау табылған. Уның ике тәүлек буйына ҡайҙа йөрөгәне билдәһеҙ, ә үҫмерҙе Өфөнөң сауҙа комплексында тапҡандар.
«Уҡыусыны Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Енәйәтте тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң сауҙа үҙәктәренең береһендә тапҡан. Ҡыҙ ҡалаға юл ыңғай осраған транспорт менән килгән булһа кәрәк», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Ул «Планета» сауҙа үҙәгендә йөрөгән тигән мәғлүмәт бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ
, уҡыусы 18 майҙа өйөнән сығып киткән дә хәбәрһеҙ юғалған. Эҙләү эшенә полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр һәм урындағы халыҡ йәлеп ителде.Был хаҡта "Башинформ" агентлығы хәбәр итте.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"