Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Хәл-ваҡиғалар
7 Июнь 2021, 11:45

Юл аша сыҡҡанда абай булығыҙ!

Стәрлетамаҡта тәүлек эсендә 8 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Барлығы 6 бәрелешеү, бер йәйәүлене тапатыу, бер ҡаршыла торған нәмәгә барып бәрелеү осрағы теркәлгән. Статистиканы Стәрлетамаҡ буйынса ЮХХДИ бүлеге килтерә. Юл-транспорт ваҡиғаларының төп сәбәбе булып светофорҙың тыйылған сигналына иғтибар итмәү, тиҙлек режимын боҙоу, юл сатын үтеү ҡағиҙәләрен боҙоу тора. Хоҙайбирҙин урамында Рено Логан автомобиле водителе, иҫерек килеш светофорҙың тыйылған сигналына туҡтамайса бәлиғ булмаған ҡыҙҙы тапата. Зыян күреүсене дауаханаға илтәләр. Шуға күрә юл аша сыҡҡанда абай булығыҙ!
Р.БАЙРАМОВА.
Читайте нас