Себештәрен ишек алдында ашатып йөрөгән тауыҡ янына йылан килеп юлыға. Ул, тамаҡ хәстәрләп йөрөп, себештәргә ҡыҙыҡҡанмы, әллә башҡа сәбәп булғанмы кешеләрҙең йорт хужалығына килеп инеүендә, әйтеүе ауыр.
Себештәренә янаған ҡурҡыныс алдында тауыҡ баҙап ҡалмай, һөжүмгә ташлана һәм йыланды үлтергәнсә суҡып ташлай.
Бына шулай, тауыҡ та үҙ балаларын яҡлағанда ҡурҡыуҙың нимә икәнен онота. Әсә йөрәгенең мәңге балаларына тоғро булыуына тормош миҫалы был.