Ҡатын полицияға ғариза яҙған. Уны ашарға яраҡлы диңгеҙ ҡыҫалаһы (креветка) «һатып» тишек арбаға ултыртҡандар. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы: «Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. «Банк» хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыу булғанда ла – трубканы ташлағыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, мутлашыусылар алдаҡ номерҙы ла файҙалана ала. Таныштарығыҙҙан шикле хәбәр килгәндә, улар менән шунда уҡ телефон аша бәйләнешкә инегеҙ» тип күпме иҫкәртһә лә, мутлашыусыларҙың тоҙағына эләгеүселәр кәмемәй. Шул тиклем дә мәүеш ауыҙ булырһығыҙ икән! Һуң аҡсаны елгә осорор алдынан әҙерәк булһа ла башты эшләтергә кәрәк бит инде. Ә баш һәр кемгә уйлар өсөн бирелгән…