Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Хәл-ваҡиғалар
16 Декабрь 2021, 07:39

ҠАЗАНҒА КИТЕП БАРҒАН СТУДЕНТТАР ФУРАҒА БӘРЕЛГӘН

Еңел автомобилдә китеп барған дүрт кешенең дә ғүмере өҙөлгән, юл-транспорт ваҡиғаһы Аҡтаныш районының Поисево ауылы эргәһендә теркәлгән. Рул артында Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенты булған.

Билдәле булыуынса автомомбиль менән Адхамжон Р. идара иткән, ул дуҫы  Умародил М. менән Ҡазанда йәшәүсе ағаһына юлланған булған. Адхамжон күптән түгел генә паспортын юғалтып документты тергеҙер өсөн Ҡазандағы Үзбәкстан консуллығына мөрәжәғәт итергә теләп юлға сыҡҡан. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы юл важиға менән тамамланған.

Студенттарҙың үҙ машиналары булмаған, шуға күрә таныштарынан “Chevrolet Lacetti”  маркалы автомобилде алып торғандар, шулай уҡ BlaBlaCar сервисы аша пассажирҙар табып үҙҙәре менән ултыртып алғандар. Әжәлдәре булғандыр күрәһең, дүрт кеше лә ваҡиға урынында йән биргән.

Ике дуҫ студент химик-технологҡа уҡыған булған, урындағы ятаҡта йәшәгәндәр.

ҠАЗАНҒА КИТЕП БАРҒАН СТУДЕНТТАР ФУРАҒА БӘРЕЛГӘН
ҠАЗАНҒА КИТЕП БАРҒАН СТУДЕНТТАР ФУРАҒА БӘРЕЛГӘН
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас