Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
6 Ғинуар 2022, 12:25

Ҡотҡарыусылар хужабикәгә йыланын тотоп биргән

Ярай ҙа күршеләренә инеп китмәгән, бер ни уйламаған кеше был күренеште нисек ҡабул итер ине икән. Ҡотҡарыусылар ҙур йыланды өй эсендә, йыуыныу бүләмһендә табып тота алған.

Ҡотҡарыусылар хужабикәгә йыланын тотоп биргән
Ҡотҡарыусылар хужабикәгә йыланын тотоп биргән

Оҙайлы ял көндәрендә йорт хайуандарын да оноторға ярамай, Мыраубикә менән Аҡбайҙы ла ашатып, ҡарап торорға кәрәк. Эре мал-тыуарҙы әйтәһе лә түгел, оҙаҡҡа сығып китһәк күршеләр, туғандар ҡарап тора. Ә бына Өфөлә йәшәүсе ҡатындың йыланын ҡарап торор кеше табылмаған күрәһең, ул йәшәгән контейнерынан сығып ҡасҡан.

Бындай йән эйәһен ҡарап торорға ла һәр кем риза булмаҫ ине бәлки, шулай ҙа беҙҙең ҡотҡарыусылар яйын тапҡан, уны хужабикәһенә тотоп биргәндәр. Ҡотҡарыусылар йыланды өй эсендә, йыуыныу бүләмһендә табып тота алған.

Билдәле булыуынса, ҡатыныдың бер нисә йыланы бар, уларҙы фото һәм күргәҙмәләрҙә күрһәтеү өсөн аҫрай икән ул.

Ярай ҙа йылан күршеләренә инеп китмәгән, бер ни уйламаған кеше был күренеште нисек ҡабул итер ине икән.

Ҡотҡарыусылар хужабикәгә йыланын тотоп биргән
Ҡотҡарыусылар хужабикәгә йыланын тотоп биргән
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: