Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
7 Ғинуар 2022, 12:32

Ҡарағайкүл ауылы эргәһендә вертолет ҡолаған

Волга буйы транспорт прокуратураһы хәбәр итеүенсә, вертолеттың маркаһы AS 350, борт номеры – RA-07219. Вертолет Өфөнән Нуриман районындағы Павловка ауылына юлланған булған. Ҡотҡарыусылар шунда уҡ экипаж менән вертолетты эҙләүгә сыға.

Ҡарағайкүл ауылы эргәһендә вертолет ҡолаған
Ҡарағайкүл ауылы эргәһендә вертолет ҡолаған

Вертолетта бер пилот һәм ике пассажир ултырған. Тәүҙә бер кешенең үлеме тураһында хәбәр итәләр, күп тә үтмәй, икенсе кешенең дә һәләк булыуы билдәле була. Беренсеһе - авария урынында, икенсеһе “ашығыс ярҙам” машинаһында вафат була, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Өсөнсө кеше сағыштырмаса еңел йәрәхәттәр алған, ул дауаханаға барыуҙан баш тартҡан.

Әлеге ваҡытта һәләк булған бер кешенең шәхесе асыҡланды. Ул Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе Попечителлек советы рәйесе Андрей Олейник. Ул шулай уҡ эшҡыуар булараҡ та билдәле. “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ул бер нисә ҙур компанияның директоры һәм ойоштороусыһы булған. Уның социаль селтәрҙәренә ҡарағанда, ир авиацияны бик яратҡан, йыш ҡына үҙе лә вертолеттың пилот кабинаһында йөрөгән. Иргә 35 йәш булған.

Һәләкәттә ҡатнашҡан башҡа кешеләрҙең исемдәре әлегә хәбәр ителмәй. 

Ҡарағайкүл ауылы эргәһендә вертолет ҡолаған
Ҡарағайкүл ауылы эргәһендә вертолет ҡолаған
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: