Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
14 Ғинуар 2022, 12:10

Янғында 11 айлыҡ баланың ғүмере өҙөлгән

12 ғинуар кисендә Туймазы районы Булат ауылында янғын сыҡҡан.

Янғында 11 айлыҡ баланың ғүмере өҙөлгән
Янғында 11 айлыҡ баланың ғүмере өҙөлгән

Урынға Бишҡурай ауыл Советының ирекле янғын һүндереү командаһы, Ҡандра ауылы һәм Туймазы ҡалаһы янғын һүндереү бүлектәре хеҙмәткәрҙәре, өс берәмек техника ебәрелгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төнгө сәғәт 3-сө 24 минутта янғын урынын тикшергән ваҡытта 2021 йылғы малайҙың кәүҙәһе табылған.
Янғын сәбәптәре асыҡлана. Һәләк булған сабыйҙың әсәһе янғын сыҡҡан мәлдә 3 һәм 6 йәшлек балалары менән күршеләге өйҙә булған.
Йортта «Күп балалы ғаилә» программаһы буйынса янғынды иҫкәртеү приборы ҡуйылған булған, тип хәбәр итә Башинформ.

Автор:
Читайте нас: