Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
2 Февраль 2022, 10:27

СТӘРЛЕТАМАҠТА ПЕНСИОНЕР ҮҘЕНЕҢ ЙОРТОНДА ТУҢА ЯҘҒАН

Ярай әле ваҡытында ярҙам күрһәтелгән – был хаҡта ҡала башлығы Рөстәм Ғәзизов хәбәр итә.

СТӘРЛЕТАМАҠТА ПЕНСИОНЕР ҮҘЕНЕҢ ЙОРТОНДА ТУҢА ЯҘҒАН
СТӘРЛЕТАМАҠТА ПЕНСИОНЕР ҮҘЕНЕҢ ЙОРТОНДА ТУҢА ЯҘҒАН

“Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә күршеләренән шәхси йортта йәшәгән 70 йәшлек пенсионерҙың туңыу ихтималлығы хаҡында хәбәр килде. Виталий Васильвичтың өйөндә йылытыу системаһы боҙолоп, торбалары туңған булған.

Хәбәрҙе алғас та урынға торлаҡ-коммуналь идаралығы барып, хәлде асыҡланы. Һөҙөмтәлә тиҙ арала ҡала эшҡыуарҙары менән берлектә был йортта йылытыу системаһы тулыһынса алмаштырылды.
Кешеләрҙең иғтибарлығы һәм битарафһыҙлығы ярҙамында олатай йылы йортта йәшәйәсәк!”, - тип яҙа Рөстәм Фәрит улы үҙенең сәхифәһендә.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: