Ашҡаҙар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
2 Февраль 2022, 16:00

Тултырма ашау хәүефлеме?

Стәрлетамаҡ районында африка тағуны табылды. 22 ғинуарҙа Стәрлетамаҡ районының Ҡырмыҫҡалы ауылында туғыҙ сусҡа һәләк булды. Урынға ветеринарҙар сыҡҡан. Яҡынса лаборатор тикшеренеүҙәр буйынса, хайуандарҙа африка тағуны вирусы табылған. Был – тарихта бындай вирустың республика биләмәһенә тәүге тапҡыр үтеп инеү осрағы. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, зарарланыу сығанағы – яраҡлылыҡ ваҡыты уҙған продукция һәм аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары. Башҡортостандың Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы райондарында, шулай уҡ Стәрлетамаҡта карантин иғлан иттеләр.

Тултырма ашау  хәүефлеме?
Тултырма ашау хәүефлеме?

Был ниндәй сир ул?
Сусҡаларҙың африка тағуны Көньяҡ Африканан бөтә донъяға таралған, ауырыуҙың исеме лә шуға бәйле. Сирҙең икенсе исеме – Монтгомери ауырыуы. Башта уның менән ҡырағай хайуандар ғына зарарланған, ә уҙған быуат аҙағында инфекция йорт хайуандарына таралған.
Рәсәйгә африка тағуны сит илдәрҙән 2007 йылда килгәйне. Шул ваҡыттан алып илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә сир йылдан-йыл киң ҡолас ала. 2021 йылда ғына Рәсәйҙең 49 субъектында 445 осраҡ теркәлгән. Йорт сусҡаларына бәйле – 51, ҡырағай ҡабандарға ҡағылышлы ун осраҡ беҙгә күрше төбәктәрҙә булды. Ошо йылдар дауамында был хәүефле сир республиканы урап үтеп килә ине.
Ауырыу мал аҙығы, ҡоштар, кимереүселәр, бөжәктәр һ.б. менән бәйләнеш арҡаһында йоға. Сирҙең инкубация осоро – уртаса 2–6 тәүлек. Ауырыуҙың төп билдәләре: хайуандар күмелеп ята, ауырлыҡ менән хәрәкәт итә, тиҙ арый. Малдың айырыуса артҡы аяҡтары көсһөҙләнә, атлауы ауырлаша, башы түбән һәленә, ҡойроғо борола, сарсауы көсәйә. Янбаштың эске яғында, ҡорһаҡ тәңгәлендә, муйында, ҡолаҡ төбөндә ҡыҙғылт-шәмәхә таптар барлыҡҡа килә, баҫҡанда улар ағармай. Сирле малда биҙгәк һәм аяҡ-ҡул фалижы күҙәтелә.


Был кешегә зыянлымы?
Юҡ, кеше өсөн сусҡаларҙың африка тағуны хәүеф тыуҙырмай. Донъяла кешенең зарарланыу осрағы теркәлгәне юҡ. Ауырыу «томшоҡло» хайуандар – йорт сусҡалары һәм ҡырағай ҡабандар өсөн үтә хәүефле. Кеше тик таратыусы була ала. Мәҫәлән, зарарланған сусҡаларҙы ҡарағандан һуң вирусты күрше һарайға «күсерергә», йәғни ундағы хайуандарҙы зарарларға мөмкин. Билдәле булыуынса, вирус 700С температурала һәләк була, шуға күрә термик эшкәртелгән ит кеше өсөн зарарһыҙ.


Улайһа, ни өсөн был сир шул тиклем ҡурҡыныс?
Вирус бик агрессив һәм тиҙ тарала, ә вакциналар һәм дауалау алымдары юҡ, шуға күрә ауырыуҙан үлеү осраҡтары ла йөҙ процент. Әгәр вирус 100 башҡа иҫәпләнгән сусҡа аҙбарына эләкһә, барыһы ла үләсәк.
Әлегә сирҙе туҡтатыуҙың кешелек уйлап тапҡан берҙән-бер ысулы – башҡа хайуандарҙың зарарланыу хәүефен кәметеү, тағун таралыуҙы эпидемия хәленә еткермәү. Ауырыу теркәлгән урындан биш саҡрым радиустағы бөтә мал юҡ ителә, тирә-яҡ биләмә дезинфекциялана, күрше биләмәләрҙә карантин иғлан ителә (ғәҙәттә ул ярты йыл һәм унан күберәк дауам итә). Шулай уҡ 30 саҡрым радиуста махсус күҙәтеү режимы индерелә. Был биләмәлә мал аҫрарға мөмкин, хайуандарҙы үлтермәйҙәр, әммә ветеринарҙар сусҡа булған һәр ихатаны даими контролдә тота.

Әлеге зәхмәт таралыу арҡаһында тиҫтәләрсә мең баш мал тотолған ҙур-ҙур комбинаттар юҡ ителгән осраҡтар бар. Шуға күрә африка тағунының иң ҙур хәүефе – иҡтисади эҙемтәләр. Донъя күләмендә алып ҡарағанда, юғалтыуҙар тиҫтәләрсә миллион доллар тәшкил итә.


Эре ит комбинаттары карантин зонаһына эләгәме?
Стәрлетамаҡ эргәһендә эре етештереүсе – «Рощинский» совхозы урынлашҡан. Республиканың Ветеринария идаралығынан әйтеүҙәренсә, унда сусҡалар юҡ, ситтән килтерелгән сеймалды эшкәртеү менән генә шөғөлләнәләр, шуға күрә предприятиеның эшмәкәрлегенә һәм продукция хәүефһеҙлегенә бер ни ҙә янамай.
Республикалағы тағы бер эре етештереүсе – «Башҡортостан ит компа­ния­һы» предприятиелары ла карантин зонаһына инмәй. Улар алыҫ урынлашҡан, сикләүҙәр уларға ҡағылмай.
Легаль һатыу нөктәләренән ит, колбаса, сосиска һәм башҡа ит продукцияһын һатып алыу – хәүефһеҙ!

 

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас: