Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
7 Февраль 2022, 15:13

ҠЫҘЫЛҒА ЛА ТУҠТАП ТОРМАЙҘАР

Үткән аҙна дауамында ҡала юлдарында 19 юл транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 15 тапҡыр машиналар үҙ-ара төкәлешкән, өс тапҡыр хәрәкәтһеҙ ултырған транспортҡа һәм бер тапҡыр юл ситендәге кәртәгә бәрелгәндәр.

ҠЫҘЫЛҒА ЛА ТУҠТАП ТОРМАЙҘАР
ҠЫҘЫЛҒА ЛА ТУҠТАП ТОРМАЙҘАР

Был осраҡтарға дистанция һаҡламау (3 осраҡ), юл саттарында хәрәкәт итеү ҡағиҙәләрен боҙоу(8 осраҡ), светофорҙың ҡыҙыл утына үтеп китеү(3 осраҡ), артҡа хәүефһеҙ хәрәкәт итеү (1 осраҡ) сәбәп булған.

Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ!

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: