Ашҡаҙар
+22 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
11 Февраль 2022, 16:37

“ЙӘШ ҠАТЫНҒА” ЫШАНЫП 2 МИЛЛИОН 700 МЕҢ ҺУМ КҮСЕРГӘН

Стәрлетамаҡта йәшәүсе ир кеше мессенджер аша ҡатын менән таныша һәм уның менән аралаша башлай. Яңы таныш ирҙең ышанысын яулап ала һәм ҙур табыш алыу ысулын өйрәтеп финанс операцияла ҡатнашырға өгөтләй. Ир кеше әллә ни уйлап тормай, ҙур сумманы тегегә күсерә.

“ЙӘШ ҠАТЫНҒА” ЫШАНЫП 2 МИЛЛИОН 700 МЕҢ ҺУМ КҮСЕРГӘН
“ЙӘШ ҠАТЫНҒА” ЫШАНЫП 2 МИЛЛИОН 700 МЕҢ ҺУМ КҮСЕРГӘН

Һәм әлбиттә мутлашыусылар менән булған һәр тарихтағы кеүек, аҡса күсергәндән һуң телефондың теге яғында булған кеше юҡҡа сыға.. Үҙ көсө менән йыйып алған байлыҡ елгә осҡанын аңлағас, полицияға мөрәжәғәт итергә була алданған ир.

Тик мессенджерҙа яҙышҡан мутлашыусының кем булыуын билдәләүе еңелдән түгел, бәлки ул бөтөнләй йәш ҡатын да булмағандыр. Интернет аша матур тормош вәғәҙәләп, тишек кәмәгә ултыртып ебәреүсе оҫталар күп хәҙер. Шулай инде, табыш алырға теләп төрлө дәрестәр, курстар, программалар, вебинарҙар һатып алыу ҙа модала бит хәҙер.

“ЙӘШ ҠАТЫНҒА” ЫШАНЫП 2 МИЛЛИОН 700 МЕҢ ҺУМ КҮСЕРГӘН
“ЙӘШ ҠАТЫНҒА” ЫШАНЫП 2 МИЛЛИОН 700 МЕҢ ҺУМ КҮСЕРГӘН
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: